Сара иртәгә “Рәсәй – минең тарихым” мультимедия паркында үтә. Фестивалдә балсыҡ, тимер, күн һәм тиренән әйбер яһау оҫталары ҡатнаша. Улар оҫталыҡ дәрестәре бирә, тәжрибә менән уртаҡлаша. Сара барышында студенттар өсөн тарихи квест ойошторола, сәнғәт мәктәбе уҡыусылары араһында үткәрелгән “Мин Өфөнө танып беләм” тигән проект еңеүселәре бүләкләнә.






