Бөгөн Өфөлә «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы» башланды

Онлайн һәм офлайн форматтарҙа ойошторолған күләмле форум ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, туризм, иҡтисад һәм экспорт темаларына арнала.

Башҡортостан бындай кимәлдәге сараларҙы беренсе тапҡыр ғына ҡабул итмәй. Әммә әлеге пандемия шарттарында эшлекле форумдар бик һирәк ойошторола. Бөгөн асылған «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы» төрлө илдәрҙән 600-ҙән ашыу спикерҙы һәм бер нисә мең онлайн-ҡатнашыусыны берләштерә. Дүрт көнлөк форум барышында һәр кем кире бәйләнеш сервистары аша тура эфирҙа фекерҙәрен әйтә һәм һорауҙарын бирә ала. Әлеге формат форумды мөмкин тиклем хәүефһеҙ һәм һөҙөмтәле итеп уҙғарырға мөмкинлек бирергә тейеш.

Секцияларҙың береһендә хәләл тауарҙар етештереү мәсьәләләре тикшерелде. Спикерҙар билдәләүенсә, был өлкә Башҡортостан өсөн дә оло әһәмиәткә эйә. Сөнки төбәктә хәләл баҙар әлегә етерлек кимәлдә үҫешмәгән. Форум барышында шулай уҡ сауҙа-иҡтисади өлкәлә ғәрәп-мосолман донъяһы менән уңышлы хеҙмәттәшлек алымдары ла тәҡдим ителде.  

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы» башланды

Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ