«Renault» автосалоны медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам ҡулы һуҙа

Пандемияның беренсе тулҡынында күп кенә менеджерҙар ирекмән ролендә салон автомобилдәрендә мохтаж кешеләргә аҙыҡ-түлек ташырға ярҙам итһә, был юлы айҙан ашыу ваҡытҡа 13-cө дауахана коллективына еңел автомобиль менән ҡулланыу мөмкинлеге булдырған.

Был проект «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе менән берлектә тормошҡа ашырыла. Беҙҙең уңайлы автомобиль13-cө ҡала дауаханаһының медицина хеҙмәткәрҙәренең эшен күпкә еңеләйтергә булышлыҡ итер, тип уйлайбыҙ.

Алена Байкова, «Башавтоком» компаниялары төркөмөнөң маркетинг буйынса директор урынбаҫары

Рәсми өлөштән һуң ғәҙәти шарттарҙа 13-cө дауахана вәкиленә автомобиль асҡысы тапшырылды. Пандемия осоронда дауалау учреждениеһына айҙан ашыу техника биреп тороу, тығын графикта эшләгән табиптарға ҙур ярҙам буласаҡ.

Фото №1 - «Renault» автосалоны медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам ҡулы һуҙа

Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ