Башҡортостанда ковид-19 вирусы менән сирләүселәр 15 мең ярымға яҡынлаша

Уҙған тәүлектә коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар тағы ла 147 кешегә артҡан. Бөгөн стационарҙарҙа 616 пациент дауалана, уларҙың 45-е ауыр хәлдә, 13 кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 2163 сирле яңы инфекцияға ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә.

Тәүлек эсендә 121 кеше һауығып сыҡҡан. Коронавирустан бер кеше һәләк булған. Төбәктә коронавирустың 93-сө ҡорбаны 61 йәшлек ҡатын, йөрәк һәм башҡа хроник сирҙәрҙән яфаланған булған. 

Фото №1 - Башҡортостанда ковид-19 вирусы менән сирләүселәр 15 мең ярымға яҡынлаша

Гөлдәриә Йосопова.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ