Өфөлә тротуарҙар мәсьәләһе киҫкен ҡала. Ошо сәбәпле бигерәк тә транспорт ағамы көслө булған урындарҙа йәйәүлеләрҙе бәрҙереү осраҡтары йыш теркәлә. Яңыраҡ Сельская Богородская урамын машина тәгәрмәстәре аҫтында бер юлы ике кешенең ғүмере өҙөлдө. БСТ каналы хәбәрселәре Өфөнөң бөтә райондарына ла хас тротуарҙар мәсьәләһенә туҡталды.
Сельская Богородская урамының тап ошо өлөшө - юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса күңелһеҙ статистиканы тулыландыра. Автомобилдән тапалғандан һуң ҡатындың ваҡиға урынында ғүмере өҙөлә, ә ир ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла, Әммә ул иртәгәһенә дауаханала вафат була. Был фажиғәгә килтергән төп сәбәптәрҙең береһе – йәйәүлелр өсөн тротуарҙар булмауы.
Был майҙанда туҡталыш булмаған. Әммә уны урынлаштырғандан һуң да был урынды халыҡ үҙ итмәгән. Сөнки бында килеп еткәнсе ғүмереңде хәүеф аҫтына ҡуйып, мең бәлә аша үтергә тура килә.
Белгестәр проблеманың аҙым һайын осрауын дәлилләй. Ултырыу майҙандары, яҡтыртыу ҡормалдары, йәйәүлеләр үтеү өсөн юл һыҙаттары юҡ, кәртәләр ҡуйылмаған. Водитель дә юл ситенән атлап барған йәйәүле уҡыусыларҙы абайламаным, тип аҡлана. Хәйер, балалар ҡағиҙә буйынса алға килгән транспортҡа ҡаршы атлаған булған.
8-cе март ҡасабаһында тротуарҙар юҡлығы ҙур бәлә. Баш ҡаланан тыш, ҡала эргәһендәге ҡасабаларҙа ла улар юҡ дәрәжәһендә. Уҡыуҙар тамамланыу менән. аттестат алырға юлланған уҡыусыларҙы иҫерек водитель тапата. Ҡыҙҙарҙың береһе ваҡиға урынында һәләк була, ә ҡалған өс үҫмер тән йәрәхәттәре ала. Был хәлдән һуң Иглин районы хакимиәтенә тротуарҙар эшләтеү бурысы ҡуйылған.
Өфөлә генә иллеләп урамда йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар ҡаралмаған. Республика ҡала һәм ауылдарында был етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү көн талабы. Тротуарҙар булдырыу юлдарҙа авария осрағын кәметәсәк һәм мәктәп уҡыусыһынан алып, өлкән йәштәгеләргә тиклем юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк.
Гүзәл Борханова.




