Быға электр селтәрҙәрендәге көсөргәнешлек сәбәпсе. Шамонин, Бурцев, Шмидтов ауылындағы ҡайһы бер йорттарға зәңгәр яғыулыҡ үтмәүгә бәйле, урындағы халыҡ электр уты менән файҙалана. Шунлыҡтан селтәрҙә өҙөклөктәр теркәлә. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Шамонин ауылында электр утындағы өҙөклөктәр тәүгә теркәлмәй. Бигерәк тә зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылмаған йорттарҙа йыш күҙәтәлә. Һуңғыһы бөтөнләй йорт эсен урам температураһында ҡалдыра. Һөйөндөковтарҙың көнкүреш техникаһы төшкө ваҡыттарҙа ғына ҡәҙимге режимда эшләй. Кис етеү менән электр селтәрҙәрендә йәнә көсөргәнеш.
Шамонин ауылының көньяғындағы проблема һыуыҡтар төшкәс башлана. Быға урындағы халыҡтың саманан тыш электр утын ҡулланыуы сәбәпсе. Башҡаса сара юҡ. Йортто йылытыу кәрәк. Уҙған төндә электр селтәрҙәрендәге көсөргәнеш трансформаторҙы ла сафтан сығара. Ул таңға ҡарай ғына тергеҙелә.
Ошоға бәйле эшҡыуар яуаплы компанияға дәғүәләрен белдерергә йыйына. Ә урындағы ауыл хакимиәте етәкселеге етешһеҙлектәрҙең бөтөрөлөүен, эштең контролгә алыныуын хәбәр итте. Электр утындағы өҙөклөктәр, шулай уҡ газ системаһының юҡлығына бәйле, Шамонин, Шмидтов һәм Бурцев ауылдарының инициатив төркөмө прокуратураға ялыу яҙған. Ведомство мөрәжәғәткә нигеҙләнеп, район хакимиәтенә коммуналь һәм транспорт структураларын комплекслы үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу тәҡдиме менән сыҡты.
Азат Ғәлиуллин.




