Башҡортостанда профессиональ бала ҡараусыларҙы әҙерләү дауам итә. Әле проекттың өсөнсө этабында белем алыусылар тәжрибә туплай.
Буласаҡ 30 бала ҡараусы дистанцион форматта ойошторолған уҡыуҙарҙы беренсе ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләре менән таныша. Уларҙы Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан тәжрибәле педагогтар уҡыта. Сертификат алыуҙың һуңғы этабында һөнәр эйәләре өс йәшкәсә сабый тәрбиәләгән ғаиләләрҙә стажировка үтә. Ошонда уҡ 50 ирекмән дә белем ала. Улар киләсәктә дауахана, балалар һәм сабыйҙар йортонда эшләй аласаҡ..
Әлфинә Килдейәрова.




