Республикала Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен йөрөткән конкурс еңеүселәре билдәләнде. Светлана Чураеваның “Шүрәле” әҫәре ижади ярышта Гран-при яуланы. Роман беҙҙең тормош хаҡында. Унда мөхәббәт, яҡтылыҡ изгелек һәм яуыз көстәрҙең алышы һүрәтләнә, - тип белдерҙе беҙҙең радиоға Светлана Чураева.
Учалыла йәшәгән шағир Фәнил Бүләков конкурсҡа легендар шәхес тураһындағы әҫәрен ебәргән. Баһалама комиссияһы уға икенсе урын биргән. Шағир тәьҫораттары менән уртаҡлаша.
Тамара Ғәниева исемендәге премияны даими тапшырыу күҙаллана.






