Башҡортостанда урамда рөхсәтһеҙ сауҙа өсөн штраф артты

Башҡортостанда урамда рөхсәтһеҙ сауҙа өсөн штраф артты

Республика Башлығы ошоға бәйле законға ҡул ҡуйҙы. Быға тиклем Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәреш индергәйне. Ҡанунға ярашлы, рөхсәт ителмәгән йәки сауҙа өсөн тәғәйенләнмәгән урында һатыу иткән өсөн ябай кешеләргә 500 һумдан 3 мең һумғаса штраф һалына. Юридик шәхестәр һәм вазифалы кешеләр өсөн аҡсалата шелтә 150 мең һумғаса етә. Законды ҡабатлап боҙған өсөн икеләтә штраф түләргә тура килә.

Фото №1 - Башҡортостанда урамда рөхсәтһеҙ сауҙа өсөн штраф артты
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ