Сара был минуттарҙа “Рәсәй – минең тарихым” мультимедия паркында башланып тора. Унда урта быуаттар оҫталарының эштәре менән танышырға мөмкин, юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн тарихи квест планлаштырылған. Фестиваль онлайн һәм оффлайн уҙғарыла. "Боронғо Өфө" музей-ҡурсаулығы директоры Гәүһәр Батталова һөйләй.
Фестиваль һөҙөмтәләре буйынса “Өфөнө танып беләм” тигән видеофильм төшөрөлә. Ул “Боронғо Өфө” музей-ҡурсаулығы сайтында, шулай социаль селтәрҙә урынлаштырыла.






