Бизнес һәм власть даирә вәкилдәре эшҡыуарлыҡты үҫтереү алымдары буйынса фекер алыша. Ҡатын-ҡыҙҙар бизнесы, яңы шарттарҙа эшләү, онлайн сауҙа итеү кеүек темаларға түңәрәк өҫтәлдәр ойошторола. Бынан тыш, “Бизнес биләмәһе – тормош биләмәһе” тигән форум үтә, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә милли премия тапшырыла.






