Республикаға 1 мең 200 кешегә иҫәпләнгән препарат килтерелде. Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова белдереүенсә, вакцина тәү сиратта коронавирус йоҡтороу хәүефе ҙур булған урындарҙа эшләүселәргә тәғәйенләнә. Прививка 18 йәштән 60 йәшкә тиклемгеләргә яһала.
Уҙған тәүлектә республикала 148 кешелә коронавирус асыҡланған, 1 кеше вафат булған.





