Легендар диктор Наилә Ғәләүетдиноваға юғары награда тапшырыла

Легендар диктор Наилә Ғәләүетдиноваға юғары награда тапшырыла

“Башҡортостан радиоһы” алып барыусыһы Наилә Ғәләүетдинова Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән исемгә лайыҡ булды. Дәүләт башлығы Владимир Путин ошо туралағы указға ҡул ҡуйған. Беҙ Наилә Ғизетдин ҡыҙының тәьҫораттарын белештек.

Легендар диктор Наилә Ғәләүетдиноваға юғары награда тапшырыла

Башҡортостандың халыҡ артисы Наилә Ғәләүетдинова 55 йылдан ашыу радио эфирында эшләй. Ул иртәнге тапшырыуҙарҙы, яңылыҡтар сығарылышын алып бара. Бик күп шағир һәм яҙыусыларҙың әҫәрҙәре уның тауышы менән яҙылған. Улар “Юлдаш” радиоһының алтын фондында ла һаҡлана. Наилә Ғизетдин ҡыҙы радио һәм телевидение өсөн байтаҡ белгестәр әҙерләне.

Фото №1 - Легендар диктор Наилә Ғәләүетдиноваға юғары награда тапшырыла
Волна
Акции БСТ