Беҙҙең республика 7 миллиард 300 миллион һум ҡайтарырға тейеш. Рәсәй Финанс министрлығы менән килешеүгә ярашлы, бурысты түләү мөҙәтте 2029 йылға тиклем оҙайтылды. Башҡортостан бюджет дефицитын ҡаплау өсөн федераль ҡаҙнанан үтескә аҡса алып торғайны. Яңы килешеү буйынса быйыл кредитты түләргә кәрәкмәй. Аҡса киләһе йылдан өлөшләтә ҡайтарыла башлай.





