Бөгөн Ватан Геройҙары көнө

Бөгөн Ватан Геройҙары көнө

Ошо уңайҙан ҡала һәм ауылдарҙа саралар үтә. Уларҙың күбеһе онлайн тәртиптә ойошторола. Башҡортостандан күп кенә Советтар Союзы һәм Рәсәй Геройҙары сыҡҡан. Улар Тыуған илде һаҡлау тигән мөҡәддәс бурысты намыҫ менән үтәй. Риф Сәхәбетдинов – Рәсәйҙең атҡаҙанған хәрби летчигы, хәрби осоусы-снайпер, Афған һуғышы яугиры. Әйткәндәй, бөгөн уның тыуған көнө. Риф Рәйес улына 65 йәш тула. Ул Төньяҡ Кавказда террористарға ҡаршы көрәштә ҡатнаша, 250-гә яҡын хәрби осош яһай. Террорсыларҙы юҡҡа сығарыу операцияһы барышында батырлыҡ күрһәтә. 2001 йылдың 27 апрелендә ил етәксеһе бойроғо буйынса Риф Сәхәбетдиновҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде.

Бөгөн Ватан Геройҙары көнө

Илдар Иҙрисов “Хәрби туғанлыҡ” ветерандар ойошмаһы рәйесе. Ул Өфө мәктәптәрендә уҡыусыларға армия, һалдат тормошо һәм ҡаһарманлыҡ тураһында һөйләй.

Бөгөн Ватан Геройҙары көнө

Башҡортостандан 300-ҙән ашыу Советтар Союзы һәм Рәсәй геройы сыҡҡан. Бөйөк Ватан һуғышында 280 хәрби  иң юғары хәрби наградаға лайыҡ  була.

Фото №1 - Бөгөн Ватан Геройҙары көнө
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ