Юғары уҡыу йорттары ректорҙары менән был осрашыуҙы республика Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе. “Беҙҙең өсөн ҙур еңеү булды. Быға тиклем Федераль вуз да, милли тикшеренеүҙәр университеты ла төҙөлмәне. Башҡортостанда фән кимәле юғары. Евразия фән һәм мәғариф үҙәге 2024 йылға тәүге һөҙөмтәләрен бирергә тейеш”, тине республика Башлығы.
Киләсәктә республика ҡеүәтле белем мәркәзе булараҡ та танылыу яулар әле , ти философия фәндәре докторы, профессор, Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина.
Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенә республикалағы 6 университет, бер нисә ғилми учреждение һәм предприятие инә. Уның үҫеше өсөн республикаға федераль ҡаҙнанан аҡса бүленә.





