Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре һәм волонтерҙар 20 йәшлек Артур Ғәзиевты эҙләй. Һуңғы тапҡыр егетте 30 ғинуар көндө күргәндәр. Бөгөнгә ҡәҙәр уның ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ.
Юғалыусының айырым билдәләре: буйға 170 сантиметр, ҡаҡса һынлы. Юғалған көндө Артур көләпәрәле ҡара-күк куртка, күк джинсы, ҡара осло көрән ботинка кейгән булған.
Юғалыусы тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүселәргә ирекмәндәрҙең 8-800-700-54-52 телефоны буйынса шылтыратыуҙары һорала.





