Шулай итеп пандемиия башланған осорҙан республикала яңы инфекция диагнозы 15 560 кешегә ҡуйылды. Бөгөн стационарҙарҙа сиргә ҡаршы 618 пациент көрәшә. Улар араһынан ауыр хәлдәге 48 кешенең 14-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 2164 кеше амбулатор дауалаланыу курсы үтә.
Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 162 кеше һауығып сыҡҡан, бер кеше һәләк булған.
Гөлдәриә Йосопова.




