Быйыл атты кем йүгәнләр?

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Ете егет» проектының финалы төшөрөлдө. Декабрь аҙағына тамашасылар өсөн сағыу шоу-программа әҙерләнә. «Егеттәр бал»ын тәүгеләрҙән булып БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина күҙәтте.

Ете егет – етеһе лә тырыш, ныҡышмал. Һәр ҡайһыһы айырым номинацияла билдәләнә. Шулай ҙа проект еңеүсеһе берәү генә. Тиҙҙән уның исеме яңғыраясаҡ. «Егеттәр балы»на тапшырыу остаздары – халыҡ кәсебен һаҡлаусылар ҙа саҡырылған. Улар араһында Мансур Вәлишин да бар.

Бура бурауҙан тыш, егеттәр йылҡысылыҡ, тимерселек, умартасылыҡ, музыка ҡоралдарын яһау кеүек кәсептәргә өйрәнеп, оҫталарҙың һынауҙарын үтте.

Йәмғиәттә ир-егеттәр абруйын күтәреү, халыҡ кәсептәрен пропагандалауға йүнәлтелгән тапшырыу өҫтөндә тәжрибәле, берҙәм коллектив эшләй. Сығарылыштар ҡыҙыҡлы һәм онотолмаҫ булһын өсөн күп көс һалына.

«Ете егет» проекты 2019 йылда БСТ һәм Ҡурай каналдарында күрһәтелә башлағайны, тапшырыуҙың тәүге миҙгеле еңеүсеһе тип Әбйәлил районынан Салауат Хафизов билдәләнгәйне. Икенсе ат кемгә эләгер? «Егеттәр балы», йәғни финал Яңы йыл төнөндә эфирға сыға.

«Ете егет» проектының дауамы, йәғни өсөнсө миҙгеле лә булыр тип көтөлә. Тапшырыуҙы Башҡортостанда ғына түгел, Ҡаҙағстанда ла ҡыҙыҡһынып, яратып ҡарауҙары билдәле. Сығарылыштарҙы туғандаш республикала күрһәтеүгә лә тәҡдимдәр булған.

Гөлназ Хәйбуллина.