Яңы юлдан йәшел утҡа

Бөгөн Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге өс яңы урам капиталь төҙөлөштән һуң, файҙаланыуға тапшырылды. Микрорайондағы күләмле эштәр федераль проект сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Транспорт хәрәкәтен көйләү һәм яңы һалынған йорттарға инеүҙе ойоштороу маҡсатында төҙөлөш бер йыл самаһы дауам итте. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин ентекләберәк.

Инорс халҡының күптән көтөп алынған яңылығы. Икешәр һыҙаттан торған 16 метр киңлектәге яңы юл биҫтәнең автотранспорт ағымын көйләйәсәк. Урында шулай уҡ, йәйәүлеләр зонаһы, велосипед өсөн айырым һуҡмаҡ та булдырылған. Электр бағаналарынан төшкән яҡтылыҡ микрорайонды ҡаранғылыҡтан ҡотҡара. 

Валерий Лесунов урамы менән Баландин бульвары участогы өсөн федераль, республика һәм ҡала ҡаҙнаһынан 261 миллион һум самаһы аҡса бүленә. Уның күпселек өлөшөн «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектының финанс ярҙамы тәшкил итә. Яңы юл менән бергә электр, һыу һәм газ селтәрҙәре элекке урынынан күсерелә. Ер ҡатламы ҡом-ҡырсынташ ярҙамында күтәрелә. 

Әле эштәр башланып ҡына тора тип әйтергә кәрәк. Биҫтәләге урамдарҙы тоташтырып, Инорсты бер ҡулсаға алыу планы ҡарала. Бөгөн биҫтәлә яңы мәғариф үҙәге лә төҙөлә.

Сергей Кожевников, Өфөнөң Калинин районы хакимиәте башлығы

Инорста бөгөн биҫтә өсөн тағы бер мөһим транспорт объекты сафҡа инде. Михаил Шолоховтан Сельская Богородскаяға тиклемге урам әлегә техник рәүештә асылды. Ул иһә «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» федераль программаһы сиктәрендә төҙөлгән. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министры журналистар менән осрашыуында, быйыл ғөмүмән, баш ҡала инфраструктураһы үҫешендә күп эштәр башҡарылыуын билдәләне.

Быйыл күләмле эштәр башҡарылды. Бер объект тамамланыуға, икенсеһенә тотондоҡ. Әлеге транспорт объекты гарантияһы дүрт йылға иҫәпләнгән, әгәр ҙә ошо срокта берәй етешһеҙлек теркәлһә, подрядсы ойошма үҙ иҫәбенә эшләйәсәк.

Алан Марзаев, Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министры

Һуңғы йылдарҙа Инорста күп ҡатлы йорттар менән бергә, социаль объекттарҙың да ҡалҡыуы күҙәтелә. Биҫтәнең ҙурайыуына бәйле, яңы юлға ихтыяж да арта. Транспорт хәрәкәтен көйләү һәм яңы һалынған йорттарға инеүҙе ойоштороу маҡсатында төҙөлөш планы ҡабул ителеп, бер йыл эсендә тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, бөгөнгә тиклем Сельская Богородская урамы менән транспорт элемтәһе тик Төхвәт Йәнәби бульвары, йә Ферин урамы аша ғына үтеп була ине.

Фото №1 - Яңы юлдан йәшел утҡа
Башбат

Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ