Баймаҡ районы Түбә ауылында хоккей миҙгеле асылды. Төбәктә йыһазландырылған боҙ майҙансыҡтары барлыҡҡа килеүе был спорт төрөнә иғтибарҙы бермә-бер арттырҙы. Хәҙер ауылда йәшәүселәр ҙә яратып сәкән һуға. Ауыл командалары барлыҡҡа килде. Баймаҡ лигаһындағы уйындар барышын БСТ каналы хәбәрселәре лә күҙәтте.
Түбә ауылында хоккей өсөн майҙансыҡ төҙөлөү менән «Ҡараташ» йыйылма командаһы барлыҡҡа килде. Бөгөн унда егерменән ашыу төрлө йәштәге ир-егеттәр шөғөлләнә. Ҡараташтар урында ғына түгел, күрше район-ҡалаларҙа ла билдәлелек яулаған.
Оло булыуына ҡарамаҫтан, Радик Солтанғолов әле лә был спорт төрөнән айырылмай. хоккей менән ул бала сағынан дуҫ. Етенсе тиҫтәне ваҡлаған хоккейсы бөгөн Сибай ҡалаһының «Юрта» командаһы уйынсыһы.
Уйын бик ҡыҙыу барҙы. Бер команда ла бирешергә теләмәне. Ярыш һуңында спортсыларға иң яҡшы уйынсы, иң шәп һаҡсы, иң оҫта һөжүм итеүсе, иң йәш уйынсы исемдәре бирелде. Миҙгел башланып ҡына тора. Түбәләр өлгөһөндә башҡа ауылдар ҙа командалар осрашыуы көтөлә.
Раушания Рәхимова.




