Башҡортостанда яңы махсус иҡтисади биләмә ойоштороу мөмкинлектәре ҡарала

Был турала Башҡортостан башлығы бөгөн «Алға, Башҡортостан» әүҙем инвесторҙар клубы ултырышында белдерҙе.

Осрашыу Өфөлә уҙған Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә ойошторолдо. Радий Хәбиров эшҡыуарҙарға ҡатмарлы пандемия шарттарында эшмәкәрлектәрен дауам иткәндәре, эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәгәндәре өсөн рәхмәт белдереп дәүләт наградаларын тапшырҙы. Был үҙ сиратында социаль-иҡтисади һәм инвестициялар йәлеп итеү күрһәткестәрен һаҡларға булышлыҡ иткән.

«Алға» махсус иҡтисади зонаһы ойошторолоуын да  республика өсөн оло ҡаҙаныш тип әйтергә мөмкин. Әле резиденттар һаны алтыға еткән, киләһе йыл тәүге предприятиелар эш башлар тип көтөлә. Уңышлы тәжрибәне Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә лә таратыу мөмкинлектәре ҡарала.

Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә эшҡыуарҙарҙы борсоған проблемалар буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, фекер алышыуҙар ҙа ойошторола. Мәҫәлән, Федераль теркәү хеҙмәтенең эшмәкәрлеген электрон форматҡа күсереү. Ведомство килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу өсөн виртуаль кабинет әҙерләргә ниәтләй, унда күсемһеҙ милек баҙарының бар яҡтары ла осраша ала.

Белгестәр әйтеүенсә, әле обьекттарҙы электрон теркәүселәр иҫәбе артҡан. Сара сиктәрендә пандемия ваҡытында бизнесҡа ярҙам юлдары менән танышырға ла,  эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә йыйынға гүзәл заттарға тәҡдим ителгән шарттар хаҡында белешергә лә була.

Фото №1 - Башҡортостанда яңы махсус иҡтисади биләмә ойоштороу мөмкинлектәре ҡарала

Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ