60 йыл бергә ғүмер кисергән бехетле пар ил, республика, район етәкселәренән һәм яҡындарынан ҡотлауҙар ҡабул итте. Хәсәновтарҙың шатлығын БСТ каналының ижади төркөмө лә уртаҡлашты. Был хаҡта тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
60 йыл бергә тормош юлынан ышаныслы аҙымдар менән атлаусы бәхетле парҙы иртә менән Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте вәкиле һәм ауыл советы рәйесе тәбрикләне. Ғаилә культын данлаған, өлгөлө балалар тәрбәләгән Хәсәновтарға республика башлығы Радий Хәбировтан ҡотлау сәләме, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ысынлап та, уңған, тәртипле ғаилә ауылдаштары, яҡташтары араһында күптән абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған.
Рәзилә Фазлиәхмәт ҡыҙы 35 йылға яҡын медицина өлкәһендә эшләгән. Йәшлеге ауыр ҙа, яуаплы ла хеҙмәттә үткән ханымдың үкенестәре юҡ. Ул үҙ иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫ менән үтәгән. Хәләле менән ике ул: Рифҡәт менән Римде тәрбиәләп, оло тормош юлына сығарғандар. Ваҡыт менән иҫәпләшмәгән шәфҡәт туташы Рәис Лотфулла улы менән бергә үткәргән 6 тиҫтә йыл ғүмерҙе яҙмыш бүләге тип һанай. Уларҙың тырыш хеҙмәттә үткән йәшлек йылдары менән бөгөнгө ысынбарлыҡта ер менән күк араһы бит.
Ҡырҡ биш йылдан ашыу торлаҡ-коммуналь хужалығында эшләгән Рәис Хәсәнов хаҡлы ялға сыҡҡас та эшһеҙ тормай. Хужалығында күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Донъя йөгөн ҡатыны менән бергәләп тратҡас, етеш йәшәйҙәр. Уларҙың йорто янынан һәр кем һоҡланып үтә. Алтын ҡуллы, бөтмөр ир-уҙаманға үҙ ғүмерендә дүрт йорт һалырға тура килгән.
Хәсәновтар гәүһәр туйҙарына бер-береһенә ҡарата аҡҡош тоғролоғон һаҡлап, изге ғәмәлдәр аша аяҡ баҫҡан. Улар араһында хатта, йәш айырмаһы булыуы ла ҡайнар мөхәббәткә кәртә була алмай. Хәсәновтар 60 йылдан һуң да бер-береһенә мөхәббәтле күҙҙәр менән баға.
Гүзәл Борханова.




