Форумдың бер өлөшө эшҡыуарҙарға ярҙам сараларына арналды. Шулай уҡ бизнесмендарҙы борсоған мәсьәләләр буйынса фекер алышыу булды. Башҡортостан эшҡыуарҙары хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллин белдереүенсә, ҡанундарҙы аңлап етмәгән чиновниктар йыш ҡына бизнесҡа аяҡ сала.
Киләһе йыл аҙағына тиклем күҙәтеүсе органдарға эшҡыуарҙар эшмәкәрлеген тикшереү тыйылды. Контроль кеше һаулығына һәм ғүмеренә ҡурҡыныс янаған осраҡтарҙа ғына була.






