Башҡортостан геопарктарының үҫеше 920 миллион һумға баһалана

Башҡортостан геопарктарының үҫеше 920 миллион һумға баһалана

Бөгөн георпактар буйынса Попечителдәр советының тәүге ултырышы үтте. Беренсе вице-премьер – Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, “Янғантау” геопаркында 3 ҙур проект ғәмәлгә ашырыла, “Торатау”ҙа иһә экологик һуҡмаҡтар булдырыу, шулай уҡ ҡунаҡ йорттары төҙөү планлаштырыла.

Башҡортостан геопарктарының үҫеше 920 миллион һумға баһалана
Фото №1 - Башҡортостан геопарктарының үҫеше 920 миллион һумға баһалана

“Янғантау” геопаркы төбәк үҫешенә ҙур йоғонто яһай. “Бында туризмды үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр асыла”, - тип иҫәпләй билдәле геолог Рәсих Хәмитов.

Башҡортостан геопарктарының үҫеше 920 миллион һумға баһалана

“Янғантау” геопаркы 2017 йылда булдырылды, ул Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәрендә ЮНЕСКО геопарктары селтәренә ингән тәүге биләмә булып тора. “Торатау”ға ла халыҡ-ара статус биреү ниәтләнә, әле тейешле материалдар әҙерләнә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ