Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы дауам итә. Бөгөн уның барышында туризмды үҫтереү мәсьәләләре буйынса пленар ултырыш үтте. Унда Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Туризм буйынса эксперт Кинйә Ҡүскилдин әйтеүенсә, коронавирус арҡаһында килеп тыуған хәл Башҡортостандың туристик мөмкинлектәре ҙур булыуын күрһәтте.
Пленар ултырышта белдерелеүенсә, эске туризм үҫеше өсөн уңайлы шарттар менән файҙалынып ҡалырға кәрәк. Был иһә киләсәктә сит илдәрҙән туристарҙы күберәк йәлеп итеү мөмкинлеген бирә.





