Был турала ул социаль селтәрҙә яҙҙы. “Краснокама районы Ҡуян ауылында матур балалар баҡсаһы асылды. Ул быйыл файҙаланыуға тапшырылырға тейеш 24 баҡсаның береһе. Йыл аҙағына тиклем Благовещен һәм Нефтекамсикйҙа балалар баҡсаһы асыла. Һәр береһендә 12-шәр төркөм була. Салауат ҡалаһында төҙөкләндереү тамамлана, һөҙөмтәлә 8 йәсли төркөмө ойошторола. Дәүләкәндә, Иглинда оҙаҡламай төҙөлөш тамамлана. Өфөнөң Дим, Сипайлово биҫтәләрендә лә балаларҙы ҡыуаныслы ваҡиға көтә.бара. Беҙҙәге балалы ғаиләләр һәр ҡала һәм районда үҙҙәрен яҡшы тойорға тейеш”, тип яҙа республика Башлығы.





