Башҡортостанда робот хирургияһы үҙәге асыласаҡ

Бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында робот ярҙамында операция үткәрелә.

Әмәлиәттең үҙенсәлеге операцияның лапроскопия ысулы менән һәм Da Vinci аппаратын ҡулланып башҡарылыуында. Волга буйы федераль округында был заманса медицина техникаһында операция Башҡортостанда ғына эшләнә.

Рәсәйҙә егерменән ашыу робот иҫәпләнә. Ҡорамалдың өс “ҡулы” бар. Уның менән хирург идара итә. Табипҡа заманса медицина техникаһы операция майҙанын 3D үлсәмендә күрергә булышлыҡ итә. Бөгөн яңы ҡорамал йөрәк һәм ҡан-тамырҙарына ике операция яһауҙа ҡулланыла. Быға тиклем Башҡортостан табиптары уны урология, гинекология, күкрәк хирургияһы, абдоминаль хирургияла – бөтәһе егермегә яҡын опреация эшләүҙә һынаған. Табиптар билдәләүенсә, һөҙөмтәләр яҡшы.

Ошо нигеҙҙә 23 февралдә Башҡорт дәүләт медицина клиникаһында Волга буйы федераль округында беренсе робот хирургияһы үҙәге асыласаҡ.