«Янғантау» һәм «Торатау» геопарктарына 1 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтеләсәк

Был турала Радий Хәбиров бөгөн Геопарктар үҫешенә арналған Попечителдәр советы ултырышында белдерҙе. Ул Өфөлә барған Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә ойошторолдо. Сарала Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын һәм туризмды үҫтереү буйынса пленар ултырыш та уҙҙы. Башҡортостандың туристар йәлеп итеү мөмкинлектәре хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Геопарк тигән ят термин хәҙер Башҡортостан тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө. Республикала һуңғы йылдарҙа ғына ике геопарк – «Янғантау» һәм «Торатау» барлыҡҡа килде. Тәүгеһе илдә беренселәрҙән булып Юнесконың глобаль селтәренә лә инде. Хәҙер инде исемгә есемде тап килтереү бурысы тора.

Республикала геопарктарҙы үҫтереү буйынса махсус Попечителдәр советы ла ойошторолған. Бөгөн уның тәүге ултырышы. Белгестәр был биләмәләрҙә туристар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, ҡануни база булдырыу хаҡында фекер алыша. «Янғантау» геопаркы быйыл туристарҙы ҡабул итә башлаған да инде. Хужаларҙың ҡунаҡтарға тәҡдим итер маршруттары етерлек. Киләһе ике йылда геология музейын, этнография комплексын, Салауат Юлаев исемендәге музей паркын сафҡа индереү көтөлә. Ә «Торатау» геопаркында эштәр әле башланып тора. Инвесторҙар көсөн менән экоотелдәр асылған, маршруттар әҙерләнә.

Белгестәр иҫпәләүенсә, ике геопаркта инфраструктура өсөн 1 миллиард һумға яҡын аҡса талап ителә. Бында юлдарҙан тыш,  кэмпингтар, глэмпингтар төҙөү, милли аш-һыу урындары, экомаркеттар асыу күҙ уңында тотола. Ошо эшкә тотонған инвесторҙарға субсидиялар бүлеү тәҡдиме лә индерелде. Башҡа төбәктәрҙең эш тәжрибәһе лә өйрәнелә.Сит ил һәм Рәсәй эксперттары ҡатнашҡан  форум ошо йәһәттән ҙур әһәмиәткә эйә.

Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә туризмды үҫтереү буйынса пленар ултырыш та үтте. Радий Хәбиров билдәләүенсә, быйыл пандемия менән бәйле төбәккә туристар ағымы өс тапҡырға артҡан. Әммә Башҡортостан әле туризм үҙәгенә әйләнергә әҙер түгел, тине Республика башлығы.

Радий Хәбиров ял йорттарының һәм туристик базаларҙың яңы йыл байрамдарында эшләйәсәген дә белдерҙе. Әммә барлыҡ санитар талаптарҙы үтәү шарты менән. Эксперттар фекеренсә, Башҡортостанда туризмды үҫтереү өсөн тулы шарттар бар, юҡҡа ғына Республиканы икенсе Швейцария тип йөрөтмәйҙәр. Әммә туристарҙы йәлеп итеү өсөн донъяуи кимәлдә танытыу эштәрен алып барыу мотлаҡ.

Киләсәктә Башҡортостанды туризм буйынса Рәсәйҙең иң алдынғы биш төбәге исемлегенә индереү бурысы тора. Туристар иҫәбе буйынса ғына түгел инфраструктура йәһәтенән дә.

Фото №1 - «Янғантау» һәм «Торатау» геопарктарына 1 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтеләсәк

Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ