Өфөлә генә улар ике йөҙҙән ашыу буласаҡ. Бөгөн махсус комиссия тарафынан яңы төҙөлгән майҙансыҡтарҙы ҡабул итеү ойошторолдо. Төрлө ведомство вәкилдәре биләмәлә хәүефһеҙлек талаптары үтәлешен ҡараны. Ишембайҙа ла Яңы йыл байрамына әҙерлек бара, үҙәк майҙанға пикcель шыршы ҡуйыла, боҙ һындары, тауҙар эшләнә. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Был боҙ киҫәктәре – Яңы йыл биҙәге. Уларҙан Ишембай скульпторҙары төрлө һындар яһап, балалар өсөн уйын ҡаласығы төҙөй. Боҙҙоң ҡалынлығы яҡынса утыҙ сантиметр, бысып алынған материал һаҡсыл ғына йөк машиналарына тейәлә.
Ишембайҙағы үҙәк майҙанды быйыл 18 метрлыҡ пиксель шыршы биҙәй. Тиҙҙән ул сағыу уттарға күмелеп, ҡала халҡына байрам кәйефе бүләк итәсәк. Боҙ ҡаласығы төҙөлөшө 14 декабрҙә тамамлана, әле биләмәлә тауҙар, лабиринттар ҡалҡҡан. Шулай уҡ тиҙҙән хоккей майҙансығында ла тәүге уйындар үтәсәк. Өфөлә лә байрам атмосфераһы хакимлыҡ итә. Быйыл ихата алдарында ла шыршылар ҡуйылып, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ял итеү участкалары билдәләнә.
Баш ҡала хакимиәте белгестәре төрлө ведомство вәкилдәре менән берлектә боҙ ҡаласыҡтарын ҡабул итә башланы. Мониторинг барышында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелде. Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә бер тәүлек бирелде. Шулай уҡ комиссия биләмәнең биҙәлешен дә иғтибарға алды.
Өфө балалар филармонияһы эргәһендәге боҙ ҡаласығы тулыһынса әҙер, бөгөн биләмәлә кескәйҙәрҙе Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа ҡаршы алды. Йәшел ҡупшыҡай янында төрлө йәштәге балалар өсөн тауҙар ҡалҡҡан, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында баҫҡыстары ағас таҡта менән һалынған.
Белгестәр билдәләүенсә, ҡышҡы осорҙа балалар араһында йәрәхәтләнеүселәр арта. Шуға ата-әсәләргә иғтибарлыраҡ булыу талап ителә. Рөхсәт ителмәгән урындарҙа тау шыуыу күңелһеҙ тамамланыуы ихтимал.
Быйыл Өфөләге төп шыршылар Ленин исемендәге, Салауат Юлаев һәм Совет майҙандарын биҙәй. Коронавирус пандемияһына бәйле хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре ҡәтғиләште, һәр боҙ ҡаласығында битлек режимын үтәү, социаль дистанция һаҡлау талап ителә.
Гөлназ Хәйбуллина.




