Башҡортостанда ковид-госпиталдә эшләгән табиптарға такси хеҙмәте бушлай күрһәтелә

Иглин районында ла был йүнәлештә мөрәжәғәттәр эшкәртелә башланы. Тәүгеләрҙән булып үҙәк район дауаханаһы шәфҡәт туташы Марина Парфюнованы сираттағы сменаһына оҙаттылар. Ул коронавирус пандемияһы башланғандан бирле «Ҡыҙыл зона»ла хеҙмәт бурысын үтәй.

Изге эшкә ҡушылған таксистар үҙҙәрен автоволонтер тип йөрөтә, машинала улар һаҡлаусы костюмда, битлектә ултыра. Шулай уҡ компания хеҙмәткәрҙәре мохтаждарға аҙыҡ-түлек тупланмалары, дарыуҙар килтереү буйынса ла заявкаларҙы үтәй.

Фото №1 - Башҡортостанда ковид-госпиталдә эшләгән табиптарға такси хеҙмәте бушлай күрһәтелә

Гөлназ Хәйбуллина.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ