Бөгөн Краснокама районы Ҡуян ауылында яңы балалар баҡсаһы асылды. Райондың мәғариф бүлеге етәксеһе Илдус Хафизов:
Ҡуян - райондағы ҙур ауылдарҙың береһе һанала. Унда 4 мең самаһы кеше йәшәй.
“Ҡуян ауылындағы балалар баҡсаһы быйыл төҙөлгән 24 балалар баҡсаһының береһе. Пандемия булыуға ҡарамаҫтан, республикала ошондай объекттарҙы сафҡа индереү дауам итә. Йыл аҙағына тиклем Нефтекама һәм Благовещен ҡалаһында балалар баҡсаһы асырға ниәтләйбеҙ. Уларҙа 12 төркөм була. Салауат ҡалаһында балалар баҡсаһын төҙөкләндереү тамамланып килә. Дәүләкәндә лә балалар баҡсаһына сират кәметелә. Унда 130 һәм 110 урынға иҫәпләнгән ике бина файҙаланыуға тапшырыла. Иглин районында ла балалар баҡсаһы ишектәрен асырға әҙер. Өфөнөң Дим районында 3 яңы бина асылырға тора. Сипайлово биҫтәһендә шулай уҡ 3 балалар баҡсаһы төҙөлә. Республиканың ҡала һәм райондарында йәшәгән һәр ғаилә өсөн уңайлы шарттар булдырылырға тейеш”, - тип яҙған социаль селтәрҙә Радий Хәбиров.
“Инцидент-менеджмент” системаһында балалар баҡсаһы төҙөүҙе һораған байтаҡ хаттар теркәлә.
#Инцидент





