Рәсәй Дәүләт Думаһы физик культура, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса комитет етәксеһе Борис Пайкин әйтеүенсә, эске туризм үҫеше һәр төбәктең үҙенән тора. “Башҡортостан республикаһын күҙ уңында тотҡанда, бында үҙҙәренең уңыштары тураһында артыҡ һөйләп бармайҙар. Ә төбәк иһә туризм үҫешенә күп аҡса йүнәлтә. Бындай ҡаҙаныштар менән маҡтанырлыҡ субъекттар аҙ. Шулай дауам итһә, был йүнәлештә Башҡортостан Федераль сығымдарһыҙ ҙа эшләй ала”,- тип белдерҙе Борис Пайкин.





