Киләһе аҙнала Статистика хеҙмәтенең район бүлексәләре хеҙмәткәрҙәре өсөн курстар планлаштырылған. Ҡыйғы бүлексәһе етәксеһе Фәниҙә Камалетдинова белдереүенсә, эштәр планға ярашлы алып барыла, әле төп иғтибар халыҡҡа мәғлүмәт еткереүгә йүнәлтелгән.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы быйыл үтергә тейеш ине, коронавирус арҡаһында киләһе йылдың яҙына тиклем кисектерелде.





