Бындай торлаҡ төҙөү өсөн райондарға Ауыл хужалығы министрлығынан субсидия бирелә. Быйыл республика райондарына был маҡсатта 84 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Был республиканың 61 ғаиләһенә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға булышлыҡ итә. Йорттоң 8 фатиры төбәктәге ҙур ауыл хужалығы предприятиеһы “Төнъяҡ Нива Башкирия” белгестәренә, ҡалған 16-һы район дауаханаһы, мәҙәниәт һәм белем биреү учреждениелары эшселәренә тапшырыла.





