Уның буйынса ил буйлап сәйәхәт иткән өсөн туристарға аҡсаларының бер өлөшө кире ҡайтарыла. Өфөлә үткән Халыҡ-ара бизнес аҙналығында шул турала хәбәр ителде. Рәсәй туриндустрияһы берлеге президенты кәңәшсеһе Тимофей Кононенко әйтеүенсә, быйыл кешбэк программаһы менән 300 меңдән ашыу кеше файҙаланған. Уларға дәүләт 1 миллиард 200 миллион һумды кире ҡайтарған.
Туристик кешбэк программаһына ярашлы, сәйәхәт өсөн киткән аҡсаның 30 проценты кире ҡайтарыла. Беҙҙең республикала ла был проект тормошҡа ашырылды. Быйыл йәй Башҡортостанда 2 миллиондан ашыу турист булды. Республикала туристик инфраструктураны яҡшыртыу буйынса аныҡ аҙымдар яһала. Юл яны сервисын тәртипкә килтереү буйынса программа ҡабул ителде. Туризм буйынса эксперт Кинйә Ҡускилдин фекеренсә, киләһе йылдарҙа республикаға туристар һаны артасаҡ.
Яңы йыл каникулы йүнәлештәренә килгәндә, туристар Башҡортостанды ла күп һайлай. Республикалағы бөтә туристик базалар һәм ял йорттары халыҡты ҡабул итергә әҙер. Бында санитар-эпидемиологик талаптар үтәлеше етди иғтибарға алына.





