Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Өфө тимер юл вокзалы төҙөклөндереүе тураһында яҙҙы. “Элек вокзалда ҡурҡыныс ине: ҡараңғы залдар, шикле кешеләр, төрлө еҫтәр. Хәҙер барыһы ла икенселәй. Беҙ Өфө тимер юл вокзалы ремонтын тамамланыҡ. Ул 7 йыл буйына дауам ите. Оҙаҡ булһа ла, һөҙөмтәһе барыһын аҡлай. Бынан тыш йәмәғәт транспорты хәрәкәте схемаһын төҙөнөк, парковка мәсьәләһен хәл иттек. Вокзалда артабан да эштәр дауам итә. Пландарҙа яңы составтар һатып алыу, ҡунаҡхана төҙөү, майҙансыҡты тәртипкә килтереү. Шулай уҡ Күмертауҙан Өфөгә тиклем экспресс-поезд проекты менән таныштырҙылар. Ул Мәләүез һәм Салауат ҡалалары аша үтә. Поездан тура автобусҡа ултырырға мөмкин булһын өсөн логистика йәһәтенән эштәр башҡарыла. Был проектты киләһе йылда тормошҡа ашыра башлайбыҙ”, тип яҙа Башҡортостан Башлығы.





