Өфөләге эшҡыуарлыҡ аҙналығы барышында 100 ойошманың “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүлеккә булышлыҡ итеү” милли проектына ҡушылыу тураһында килешеү төҙөлдө. Был турала Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдерҙе. План буйынса быйыл 77 ойошманы милли проектҡа йәлеп итеү ҡаралған, республика уны арттырып үтәне.





