Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы, «Аврора» һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге менән берлектә фән һәм техника өлкәһендә йәштәрҙең таланттарын асыуҙа емешле эшләгән уҡытыусыларға сертификаттар тапшырылды. Конкурсанттар дүрт номинацияла билдәләнде. Еңеүселәр араһында Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы 1-cе дөйөм белем биреү мәктәбенән тарих фәне уҡытыусыһы Хәҙисә Ғәйнизарова ла бар.
Һәләтле балаларға иң яҡшы белем биреү программаларын эшләүселәр, һәләтле уҡыусылар менән айырым шөғөлләнеүселәр махсус дипломдар һәм сертификаттар менән бүләкләнде. Был сертификаттарҙы уҡытыусылар белемен камиллаштырыуға тотона ала.
Гүзәл Борханова.




