Өфөлә Рәсәй телевидениеһы академияһы фондының «Тэфи -Капитал» премияһы еңеүселәре тәбрикләнә

Сара Башҡортостанда Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы сиктәрендә үтә. Премия илдә эшҡыуарлыҡ темаһын яҡтыртыусы тележурналистар һәм телевизион программалар араһында иң яҡшыларын һайлап алыу маҡсатында ойошторола. Конкурсҡа тәҡдим ителгән 171 ижади эштең 27 финалға үткән. Сараға билдәле телевидение йондоҙҙары саҡырылған. Финансист һәм банкир Евгений Коган пандемия шарттарына яраҡлашып эште дауам итеү һәм үҫтереү буйынсаоҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Еңеүселәрҙе тәбрикләү бөгөн кис Торатау Конгрес-холында үтә.

Һәр ваҡыт үҙеңде башҡалар менән сағыштырырға, артабан үҫергә, эшеңде яҡшыртыу өсөн тырышырға кәрәк. Әлбиттә премияға ебәрелгән материалдар сифаты буйынса төрлө. Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә кеше тарихтары яҡшы бирелгән. Еңеүселәр исемлегендә Башҡортостан журналистары ла бар.

Оксана Пушкина, Рәсәй телевидениеһы академияһы фондының «Тэфи – капитал» премияһы эксперт советы рәйесе
Фото №1 - Өфөлә Рәсәй телевидениеһы академияһы фондының «Тэфи -Капитал» премияһы еңеүселәре тәбрикләнә

Рәмилә Исмәғилева.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ