Яңыртылған объект менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты.
Вокзалда заманса залдар, уңайлы креслолар һəм хеҙмәтләндереү системаһы булдырылған. Пассажирҙар ағымы бүленгəн, сират бөтөрөлгән. Шулай уҡ йəмəғəт транспортының хəрəкəт итеү схемаһы ла камилыраҡ итеп ойошторолған. Әле парковка мəсьəлəһе хəл ителə.
Артабан туннелде дүртенсе платформаға тиклем оҙайтыу, янында ҡунаҡхана төҙөү планлаштырыла. Рәсәй тимер юлдары етәкселеге бар эштәрҙе лә төбəктең үҙенсəлектəрен һәм тәҡдимдәрҙе иҫəпкə алып башҡарған. Радий Хәбиров шулай уҡ Мəлəүез һəм Салауат аша йөрөгəн Өфө – Күмертау экспрессының проекты менəн танышты. Был йүнәлеш юл ваҡыты ҡыҫҡарһын һəм халыҡҡа уңайлы һəм хəүефһеҙ шарттар булдырыу маҡсатында асыла.
Рәмзиә Кәримова.





