Һәр саҡ әҙер!

Коронавирус инфекцияһы киҫкенләшкән мәлдә социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эш күләме арта. Шуға күрә уларға ирекмәндәр ярҙамға килә. Мәсетле районында ла 65 йәште уҙған өлкәндәрҙең йорттарына аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары алып барыу эше яйға һалынған. Үҙизоляцияла ултырған өлкәндәргә мәрхәмәтлек күрһәтеүселәр менән БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.

Аҙыҡ-түлек тупланмаһы менән ишек алдында музыкант Заһир Зәйнетдиновты күреүенә тәүҙә ышаныуы ла ауыр кеүек. Ололарға ярҙам итеү – изге эш икәнлеген ул үҙ миҫалында күрһәтә. Мәсетле районы буйынса 65 йәште үткән 3 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Хәүефле инфекция ҡоторған саҡта уларға үҙизоляция режимын һаҡларға социаль хеҙмәткәрҙәр менән ирекмәндәр ярҙам итә.

Даниса Ямалетдинова иһә Мәсетле районының Һабанаҡ ауылы социаль хеҙмәткәре. Уның ҡарамағында 18 кеше иҫәпләнә. Улар өсөн дарыу һатып алырға, квитанциялар буйынса түләүҙәр башҡарырға район үҙәгенә йөрөй. Кешеләрҙе социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә 17 йыл эшләгән ханым пандемия осоро башланыу менән эш күләме лә артты, ти.

Өйҙә ултырған оло йәштәгеләрҙең үҙизоляция режимын һаҡларға 27 социаль хеҙмәткәр ярҙам итә. Улар Мәсетле районының 35 ауылында йәшәүсе 483 гражданды хеҙмәтләндерә, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә бар. Ауыл ерендә эшләгән социаль хеҙмәткәрҙәр иңенә ҙур яуаплылылыҡ ята, ти «Социум» үҙәге хеҙмәткәре. Сөнки улар һыу ташыу булһынмы, утын ярыу - барлыҡ йомоштырҙы үтәргә бурыслы.

«Социум» үҙәге Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынын Мәсетле һәм Асҡын районы халҡын хеҙмәтләндереү проектына субсидия ала. Хеҙмәткәрҙәр профилактик сараларҙы үтәп, кәрәкле тауарҙарҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә еткерергә тырыша.

Фото №1 - Һәр саҡ әҙер!

Әлфинә Килдейәрова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ