Изгелек ҡыл да, һыуға һал

Пандемия осоронда халҡыбыҙҙың был әйтеме яңынан көнүҙәк. Ирекмәндәр, төрлө социаль ҡатлам кешеләре изоляциялағы кешеләргә аҙыҡ-түлек тупланмаһын тарата, ковид госпиталдәргә ярҙам күрһәтә. Замандың киң күңелле геройҙары менән БСТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин осрашты.

Өфөнөң Зубов ауылы эргәһендә ковид госпиталь асылғандан алып, минераль һыу тейәлгән автомобиль көн дә тиерлек дауахана янында туҡтай. Табиптар һәм ауырыуҙар өсөн шифалы эсемлек алып килә ул. Республикала танылған эсәр һыу бренды хужалары Өфөләге ковид госпиталдәргә бушлай һыу таратыуҙы ойошторған.

Коронавирус сирлеләргә күберәк һыу эсергә тәҡдим ителә. Уны табиптар үҙҙәре лә ҡуллана. Бигерәк тә йәйге селләлә таҙа эсәр һыуға ихтыяж ҙур булды тип билдәләй дауахана хеҙмәткәрҙәре.

Владимир Бублик Афғанстан һуғышы ветераны. Яңғыҙ йәшәй. Мөмкинлектәре сикле булыу сәбәпле урамға сығыуы ауырға төшә. Пандемия осоронда, магазиндарға йөрөү хәүефле лә. Уға ярҙамға баш ҡаланы үҫтереү фонды ирекмәндәре килде.

Ҡаланы үҫтереү фондынан Яңы йыл бүләктәре таратабыҙ. Изоляциялағы замандаштарыбыҙ өсөн был аҙыҡ-түлек тупланмалары бик кәрәк. Уларҙың күбеһе үҙаллы өйҙәренән дә сыға алмай. Ирекмәндәр ярҙамын улар бик шатланып ҡабул итә.

Валерий Аббасов, Башҡортостандың партия-ара совет рәйесе

Изгелек ерҙә ятып ҡалмай. Мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыу ауыр сирҙе еңеүгә һәм халҡыбыҙҙың күркәм сифаттарын яңы кимәлгә күтәреүгә өмөт уята. Пандемия осоро геройҙары-ябай ирекмәндәр йәмғиәтебеҙгә изге күңелелек төшөнсәләре ят түгеллеген асыҡ күрһәтә.

Фото №1 - Изгелек ҡыл да, һыуға һал

Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ