Пандемия мәлендә экспортҡа эшләгән Башҡортостан предприятиеларына булышлыҡ күрһәтеләсәк

Ярҙам алымдары Республика Хөкүмәте тарафынан ҡаралған өсөнсө саралар пакетында айырым урын алған.

Тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереү технологиялары  Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә ойошторолған пленар ултырышта ла тикшерелде. Унда Рәсәй, донъя кимәлендәге эксперттар ҡатнашты. Белгестәр билдәләүенсә, пандемия тышҡы тауар әйләнешенең кәмеүенә килтергән. Шул уҡ ваҡытта үҙ күрһәткестәрен яҡшыртҡан предприятиелар ҙа бар.  Һүҙ тәү сиратта медицина ҡоролмаларын, шул иҫәптән дезинфекция сараларын етештереүселәр хаҡында бара. Уларҙың продукцияһына республикала ғына түгел, унан ситтә лә һорау арта. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, пандемия мәлендә республика эшҡыуарҙарына ярҙам пакеты булдырыу күрһәткестәрҙе һаҡлап ҡалырға булышлыҡ иткән.

Эксперттар фекеренсә, сит илдәрҙә Башҡортостан предприятиеларының продукцияһына ихтыяж юғары. Бигерәк тә ауыл хужалығы тауарҙарына. Республика башҡа дәүләттәргә иген, ит оҙата. Киләсәктә етен майы етештереү һәм экспортлау мөмкинлектәре лә ҡарала. Рәсәй экспорт үҙәге директоры Сергей Вологодский әйтеүенсә, күп кенә предприятиелар пандемия шарттарын үҙ файҙаһына ҡулланып етештереү ҡеүәттәрен арттырған, улар араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар.

Фото №1 - Пандемия мәлендә экспортҡа эшләгән Башҡортостан предприятиеларына булышлыҡ күрһәтеләсәк

Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ