Иглин районы үҙәгендә уҙған төн трансформатор сафтан сығып 200-гә яҡын йорт утһыҙ ҡалған. Авария эҙемтәләре тик төшкә ҡарай ғына бөтөрөлә. Электр селтәрҙәрендәге өҙөклөк төбәктә тәүгә генә теркәлмәй. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Йыл да ҡабатланған бер үк хәлдән халыҡ тамам арыған. Һуңғыһы, бигерәк тә, иглиндәрҙең төн йоҡоһон осора. Электр линияһындағы авария һанаулы ваҡыт эсендә йортто урам температураһында ҡалдыра. Йыл башындағы өҙөклөктәрҙән Зилә Фәтхетдинованың өйөндә йылылыҡ селтәрҙәре сафтан сыға. Уны алмаштырыу 40 мең һумға барып баҫа. Ә бөгөнгөһө әлегә билдәһеҙ.
Йорт газ селтәрҙәренә тоташтырылмаған. Шуға ла ул электр ярҙамында йылытыла. Зәңгәр яғыулыҡтың ҡасан һуҙыласағы, юл мәсьәләһе кеүек үк асыҡ ҡала, ти иглиндәр.
Сафтан сыҡҡан трансформаторҙы йүнәтеү өҫтөндә өс бригада эшләй. Авария эҙемтәләрен бөтөрөү оҙаҡҡа һуҙыла. Быны белгестәр электр сымдарының иҫкереүенә бәйләй.
Әйткәндәй, ай ярым элек район үҙәгендәге электр селтәрҙәре муниципалитеттан республика ҡарамағына тапшырыла. Инвентаризация барышында сымдарҙың 90 процентының файҙаланыу мөҙҙәте сыҡҡан тип билдәләнә. Трансформатор паркы тураһында һүҙ ҙә юҡ. Алмаштырыу миллион һумдар менән баһалана. Бар документтар Финанс министрлығына тапшырылған.
Селтәр паркы яңыртылғас, киловатт ҡеүәтен ике тапҡырға арттырыу күҙаллана. Ул киләсәкте хәстәрләп эш ителәсәк, ти төбәк электр селтәрҙәре предприятиеһы. Бынан ары, район үҙәге биләмәһендә яңы ҡалҡан йорттарҙа өҙөклөктәр күҙәтелмәһен өсөн был махсус эшләнәсәк.
Азат Ғәлиуллин.




