Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм телевидение ветераны Салауат Итбаев арабыҙҙан китте

Ул быйыл июлдә 75 йәшлек юбилейын билдәләгәйне. Салауат Мостафа улы республика йәмәғәтселегенә танылған режиссер, сценарийҙар оҫтаһы булараҡ билдәле ине.

Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә, 12 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 4-се яртыла Өфөнөң Цветочная урамы, 2-се йорт адресы буйынса үтә. Салауат Итбаев йәкшәмәбе Ейәнсура районы Бикбай ауылы зыяратында ерләнәсәк.