Осрашыуҙа социаль-иҡтисади үҫештең яҡынса һөҙөмтәләре, шулай уҡ киләһе йылға төп бурыстар билдәләнде.
Семинарҙы асып, Радий Хәбиров урындағы үҙидаралыҡ командаларына коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы көрәштә уңышлы эшмәкәрлек өсөн рәхмәт белдерҙе. Бары бергә генә оло ҡаҙаныштарға ирешергә мөмкин, тине төбәк башлығы. Уҙып барған йыл айырыуса ҡатмарлы булды. Шулай ҙа иң мөһиме республикала һаулыҡ һаҡлау менән бәйле хәлде тотороҡландырыуға өлгәшелде. Яңы инфекцияға ҡаршы ҡабул ителгән саралар 65 йәштән өлкәндәр араһында ауырыусылар һанын кәметергә бушлышлыҡ итте, тип билдәләне Башҡортостан етәксеһе.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар урындағы бюджеттарҙың килемен арттырыу, территорияларҙың социаль инфраструктураһын үҫтереү, уңайлы ҡала мөхитен һәм заманса йәмәғәт киңлектәрен формалаштырыу, халыҡ менән һөҙөмтәле коммуникациялар булдырыу мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Семинар һуңында Радий Хәбиров хеҙмәт алдынғыларына Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Илдар Байбулатов.




