Бөгөн Өфөлә Шайморатов орденының тәүге кавалеры Мөғин Нагаевты һуңғы юлға оҙаттылар

Легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ветераны Мөғин Кәрим улы лайыҡлы тормош юлы үтте. Уның яҙмышы һоҡланғыс һәм йәш быуын өсөн күркәм өлгө, тине Радий Хәбиров Мөғин Нагаев менән хушлашҡанда. Ҡаһарман яугирҙың яу һәм тормош юлы хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Орден-миҙалдар менән тулы костюм да етемһерәп ҡалған төҫлө. Мөғин Нагаев хәҙер уны кейеп Еңеү парадтарында, хәрби тантаналарҙа, балалар менән осрашыуҙарҙа ҡатнашмаясаҡ. Әммә ҡаһарман яугирҙың исеме онотолмаясаҡ. Ветеран менән хушлашҡанда Радий Хәбиров белдереүенсә, Мөғин Кәрим улының исеме мәңгеләштерелергә тейеш.

Мөғин Нагаев Бәләбәй районының Һыуыҡкүл ауылында тыуған. 18 йәшендә  әрме сафына алынған егет, артабан артиллерия училищеһын тамамлай һәм 1941 йылда уҡ Бөйөк Ватан һуғышы фронтына оҙатыла. Мөғин Кәрим улы легендар кавалерия дивизияһы составында Дим буйынан Эльбаға тиклем данлы юл үтә.

Яҡташыбыҙҙың ҡаһарманлығы Ҡыҙыл байраҡ, Ленин, Ҡыҙыл Йондоҙ, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, Александр Невский ордендары менән баһалана. Мөғин Нагаев тыуған яғына 1956 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Ғаилә ҡора, етәксе вазифаларҙа эшләй, дивизия музейын ойоштороуҙа ҡатнаша.102 йәшлек ветеранға быйыл Шайморатов ордены ла тапшырылды,  беренсе номер аҫтында. Ул ваҡытта Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған парад ветеран йәшәгән йорт ихатаһында ойошторолғайны.

Ысынлап та, Мөғин Нагаевтың тормош һәм хеҙмәт юлы барыһы өсөн дә ҡаһарманлыҡ, тыуған илгә һөйөү өлгөһө. Ветеран үҙенең ғаиләһенә лә ышаныслы терәк, ныҡлы таяныс була. Балаларын илебеҙҙең лайыҡлы граждандары итеп тәрбиәләй.  

Мөғин Нагаевҡа 4 ғинуарҙа 103 йәш тулған булыр ине. Ул Өфө районының Михайловка зыяратында ер ҡуйынына тапшырылды, хәрбиҙәрсә. Сөнки ветеран  ғүмер буйы тыуған иленең батыр һалдаты, ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып йәшәне һәм йәшәйәсәк.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә Шайморатов орденының тәүге кавалеры Мөғин Нагаевты һуңғы юлға оҙаттылар

 Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ