Янғын хәүефен иҫкәртеп

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң Октябрь районындағы шәхси йортта йәшәүселәргә рейд ойошторҙо. Тикшереү барышында граждандарға иҫкәрмәләр яһалды, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре иҫкә төшөрөлдө.

Ҡыш етеү менән инспекторҙар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең үтәлеше буйынса профилактик сараларҙы көсәйтә. Рейд барышында янғын һүндереүселәр йорт хужалары араһында аңлатыу эштәре алып бара. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса инструктаж үткәрелә, йорт, ихата һәм мунса мейестәре тикшерелә. Йыл башынан Башҡортостанда 10 мең 800-ҙән ашыу янғын осрағы теркәлә. Унда 244 кешенең ғүмере өҙөлә, 236 кеше төрлө тән йәрәхәттәре ала.

Янғын сығыу осраҡтарының төп сәбәбе ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу һәм электр ҡоролмалары менән ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре электр приборҙар, газ һәм мейес менән һаҡ эш итергә, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә.

Яңы йыл кәйефе өҫтәгән пиротехниканы лицензияһы булған махсус кибеттәрҙән генә алырға кәңәш итәбеҙ. Уларҙы инструкция талаптарына ярашлы артырырға кәрәк. Балаларға биреү ҡәтғи тыйыла.

Руслан Шәйҙуллин, Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 22-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу отряды етәксеһе
Фото №1 - Янғын хәүефен иҫкәртеп

Әлфинә Килдейәрова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ