Хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш дауам итә

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан сираттағы кампанияла 3000-дән ашыу егет әрме сафына алынған. Егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә оҙатыу тантанаһынан БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Алыҫ Көнсығышҡа юлланасаҡ егеттәр үҙҙәрен ышаныслы тота. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урыбаҫары Ирек Сәғитов биргән һорауҙарға ла төплө итеп яуап бирә. Ватанды һаҡлауға улар үҙҙәрен мәктәп йылдарынан уҡ әҙерләгән. Спорт менән шөғөлләнгән, ГТО нормативтарын тапшырған. Ун ике егет Омск ҡалаһына хәрби десант-ғәскәрҙәренә юллана.

Ватанды, ата-әсәйемде һаҡларға хәрби хеҙмәткә юлланыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ.

Евгений Машин, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы

Был көндө беҙ оҙаҡ көттөк. Хәрби-десант ғәскәрҙәренә эләгеүебеҙгә шатбыҙ.

Данил Агафонцев, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы

Пандемия шарттарында хеҙмәткә алыныусыларға һаҡланыу саралары: антесептик, бирсәткә һәм битлектәр бушлай таратылған. Хеҙмәткә саҡырыусылар баштан-аяҡ кейендерелгән, ҡоро паек менән тәьмин ителгән. Егеттәргә үҙҙәре лайыҡлы хәрби юл үткән шәхестәр уңыштар теләне.

Егеттәргә афарин! Улар бөтәһе лә яҡшы әҙерлекле, үҙ теләге менән хәрби хеҙмәткә юллана. Ата-әсәләренә сабырлыҡ, бер йыл тиҙ генә үтәсәк. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар.

Ирек Сәғитов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары

Махсус автобустарҙа егеттәр тимер юл вокзалына тиклем барасаҡ. Улар тыуған ерҙәре, ата-әсәһе һәм яҡындары менән теүәл бер йылға айырылып торасаҡ.

Колледж тамамланым. Инженер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү өсөн Уссурийск ҡалаһына юлландым. Хәрби хеҙмәтте яҡшы үтермен тип ниәтләнәм.

Динир Бәхтиәров, хәрби хеҙмәткә юлланыусы
Башбат

Алыҫ Көнсығышға юлланасаҡ хәрби состав вагондары махсус рәүештә алдан дезинфекция эштәре башҡарылған. Поездға ла егеттәр термометрия үткәреп кенә индерелде.

Илдең ҡайһы ғына хәрби нөктәһендә хеҙмәт итмәһен, Башҡортостан егеттәре һәр ерҙә алдынғы. Беҙҙең хәрби комиссариатҡа һәр ваҡыт яҡшы хәбәрҙәр генә килә. Алыҫ Көнсөғышҡа юлланған был егеттәр ҙә үҙенә ҡуйылған хәрби бурысты намыҫ менән атҡарып сығыр тип, уйлайым.

Михаил Блажевич, Башҡортостандың хәрби комиссары

Хәрби состав ҡуҙғалырға һанаулы ғына минуттар ҡалып бара. Егеттәр яҡындарына телефон аша хәбәрҙәр ебәрә, иҫән-һау, намыҫлы хеҙмәт итеп  ҡайтырбыҙ тип вәғәҙәләй.

Ҡыҙҙар һөйгәндәрен көтөргә вәғәҙә бирә. Егеттәрҙе  әрмегә оҙатыу яҡындары өсөн бер ни тиклем һағышлы ла, моңһоу ҙа. Әммә әсәйҙәр ғәзиз балаларына аҡ теләктәр аша рух ныҡлғы юллай.

Хәрби оркестр оҙатыуында 300 ашыу егет алыҫ көнсығышҡа ил һаҡларға юлланды. Егеттәрҙең рухы күтәреңке, бөтөһе лә яҡшы физик әҙерлекле. Улар Ватан алдында хәрби бурысын намыҫ менән үтәргә һүҙ бирҙе.

Фото №1 - Хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш дауам итә

Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ